Өфөлә тиҙҙән «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек бәйгеһе үтәсәк. Әлеге ваҡытта “Һылыуҡай” республика гүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу тура бара. Республиканың район һәм ҡалаларында бәйгеләр үтә, улар 16 февралгә тиклем бара. Ә 21 февралдә Өфөлә республика кастингы үткәрелә.
Сараны ойоштороусылар — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Мәҙәниәт министрлығы.
Гүзәллек бәйгеһендә 16-нан 25 йәшкәсә ҡыҙҙар ҡатнаша ала, төп шарт – башҡорт телендә ирекле аралашыу. Һайлап алыу барашында гүзәл заттарға үҙҙәре менән таныштырырға, йырлап йәки бейеп күрһәтергә һәм дефиле менән үтергә кәрәк.
Ҡатнашыусы ҡыҙҙар үҙҙәрен өс этапта күрһәтергә тейеш, «визитка» (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), «ижади бәйге» (бейеү, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды), кейем-һалым күрһәтеү (дефиле). Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ — А4 форматындағы дүрт профессиональ фотоһүрәт (портрет, буй-һын, милли кейемдә).
Тағы ла бер шарт,ҡыҙҙың буйы 165 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел.
Кастинг түбәндәге адрес буйынса үтә:Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 13, «Версаль» рестораны. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Ғаризалар 18 февралгә ҡәҙәр «Һылыуҡай-2018» билдәһе менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 289-62-00, 8-965-666-20-68 (конкурстың кураторы Әлиә Ғәйфуллина).