«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры Өфөлә үтәсәк

«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры Өфөлә үтәсәк

7 ноябрҙә Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу туры ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Өфө ҡалаһынан һәм районынан, шулай уҡ Благовар, Кушнаренко, Нуриман, Благовещен, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Шишмә райондарынан ҡыҙҙар саҡырыла.

Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар ошондай:

— буй-һын 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ;

— 16 йәштән 25 йәшкә тиклем;

— башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белеү;

— башҡорт телендә һөйләшеү;

— тәбиғи матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк, зифа буй-һын;

— сәхнә мәҙәниәте.

Һайлап алыуҙа ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырырға, ижади номер (бейеү, йыр, нәфис һүҙ), дефиле күрһәтергә кәрәк.

Шул уҡ көндә Республика этабы уҙғарыла һәм конкурстың гала-финалында ҡатнашыусылар билдәләнәсәк.

Икенсе этапҡа республиканың зональ һайлап алыу этаптарында Гран-при һәм беренсе урын алған ҡыҙҙар, Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар: Эльвина Әхмәтова, Гөлфиә Миңлеғолова, Айгүзәл Исхаҡова, Диана Ғилфанова, Юлиә Абайдуллина, Эльмира Муллабаева, Динә Абдуллина, Айгөл Әҙелкирәева, Наҙгөл Ғәлиуллина, Зарина Вәлиева, Гөлшат Әхмәҙиева, Ләйсән Шөғәйепова, Эльвина Семёнова, Шәүрә Яхина, Зөһрә Хайсарова, Элина Ибраһимова, Карина Йәрмиева, Дилә Вәлиева, Алһыу Зәйҙуллина һәм Бәләбәй, Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Өфө зональ кастингы йомғаҡтары буйынса Гран-при, беренсе урын яулағандар саҡырыла.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb