"Һылыуҡай-2020" конкурсына кастингтар күрше өлкәләрҙә үтә

"Һылыуҡай-2020" конкурсына кастингтар күрше өлкәләрҙә үтә

Матурлыҡ бәйгеһе бөтә Рәсәй буйлап ошондай форматта тәүге тапҡыр уҙғарыла. Әле һайлап алыу турҙары Силәбе, Екатеринбург, Пермь ҡалаларында булды, Рәсәйҙең тағы 8 ҡалаһы һәм төбәгендә һылыуҡайҙар һайланасаҡ. Киләһе кастинг Ырымбурҙа (18 сентябрь) һәм Һамар (19 сентябрь) ҡалаларында үтәсәк.

Башҡортостандан финалда ҡатнашыусылар октябрь аҙағында һайланасаҡ:

30 октябрь – көньяҡ-көнбайыш (Әлшәй, Бәләбәй, Бижбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә районы). Үткәреү урыны: Бәләбәй ҡалаһы;

31 октябрь – көнбайыш (Октябрский ҡалаһы, Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары). Үткәреү урыны: Октябрьский ҡалаһы;

7 ноябрь – үҙәк зона (Өфө ҡалаһы, Благовещен, Благовар, Бөрө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман, Өфө, Шишмә, Архангель райондары). Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы.

Гала-финал - 3 декабрь Өфө ҡалаһында. Конкурста еңеүсе һаылыуҡайға төп бүләк – автомобиль.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb