«Һылыуҡай 2020» конкурсының беренсе кастингы Нефтекамала үтәсәк

«Һылыуҡай 2020» конкурсының беренсе кастингы Нефтекамала үтәсәк

5 сентябрҙә Нефтекама ҡалаһында башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» конкурсына кастинг башлана.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 16-25 йәшлек кейәүҙә һәм балаһы булмаған, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙҙҙар саҡырыла. Ҡыҙҙар башҡорт телен белергә, тәбиғи матурлыҡҡа эйә булырға, буйҙары 165 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ сәхнә мәҙәниәте, матур итеп фотоға төшә белеү ҙә баһаланасаҡ.

Конкурс өс этапта уҙғарыла. Беренсе этап – конкурстың төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында була: 5 сентябрҙә — төньяҡ-көнбайыш, 6 сентябрҙә – төньяҡ, 19 сентябрҙә – үҙәк, 20 сентябрҙә –  төньяҡ-көнсығыш, 4 октябрҙә – көнсығыш, 18 октябрҙә – көньяҡ-көнсығыш, 17 октябрҙә – көньяҡ, 24 октябрҙә – көньяҡ-көнбайыш, 25 октябрҙә – көнбайыш зона. Кастингтың тәүге ҡалаһы – Нефтекама.

Еңеүселәр 7 ноябрҙә Өфөлә финалда ҡатнашасаҡ. Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, йыр, актёр оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, кейем һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.

Белешмә өсөн телефондар: 8(347) 289-66-47 – Таныбаева Эльза Марат ҡыҙы; 8 (347) 289-65-50 – Бадалова Гөлнара Ғиниәт ҡыҙы; 8 917 369 99 99 – Машко Евгения Петровна; 8 917 379 38 72 – Үтәгәнова Айгөл Илгиз ҡыҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb