“Һылыуҡай – 2020” конкурсының һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте

“Һылыуҡай – 2020” конкурсының һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте

“Һылыуҡай – 2020” Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһенең сираттағы һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте.

Ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса үҙҙәрен бер нисә этапта күрһәтте. Ул – сәләмләү, дефиле, жюри һорауҙарына яуап биреү, ижади номерҙар күрһәтеү. Бәйгелә ҡатнашыусылар әҙерлектең бар этаптарын да үткән: бейеү дәрестәре, дефиле, сәхнә оҫталығы, биҙәүестәр эшләргә өйрәнеү, фотосессия һәм башҡалар.

Санкт-Петербург ҡалаһында конкурста 9 ҡыҙ ҡатнашты. Улар араһында һылыуҡай тажын Диана Байназарова яуланы. Ул сығышы менән Күгәрсен районынан. 1 урында - Санкт-Петербург ҡалаһынан Элина Ибраһимова, 2 урында – Баймаҡ районынан Айгизә Халиҡова, 3 урында – Баймаҡ ҡалаһынан Альбина Әхмәтова.

Мәскүә ҡалаһында үткән бәйгелә ун ҡыҙ ҡатнашты. Еңеүсе булып 19 йәшлек Азалия Әмирова танылды. Беренсе урын Карина Йәрмәева (Нефтекама ҡалаһы), икенсе урын – Вәсилә Рәсүлова (Магнитогорск ҡалаһы) һәм өсөнсө урын Гөлфиә Хәфизовала (Көйөргәҙе районы).

“Һылыуҡай – 2020” конкурсының һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте
“Һылыуҡай – 2020” конкурсының һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте
“Һылыуҡай – 2020” конкурсының һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb