“Һүҙ оҫтаһы” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

“Һүҙ оҫтаһы” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Кисә,  1 октябрҙә Актерҙар йортонда “Һүҙ оҫтаһы” республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Конкурстың ойоштороусыһы – БР театр эшмәкәрҙәре союзы. Конкурс нәфис һүҙ жанрын үҫтереү, әҙәби мираҫты һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бәйгелә ҡатнашып, йәш актерҙар сәхнә телмәре оҫталығын үҫтерерә ала.

Быйыл конкурс беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтте.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Уның составына З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Римма Лощенкова, актер, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы  Фирҙәт Ғәлиев, журналист Әхмәр Үтәбай, Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев булды.

Профессиональ актерҙар араһында еңеүселәр:

1 урын - Илгиз Таһиров (М. Кәрим исмендәге Милли йәштәр театры);

2 урын – Алина Латынова (Йәш тамашасы театры);

3 урын- Әлиә Зарипова (Сәтрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе) һәм Денис Хисамов (Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры).

Студенттар араһында:

1 урын – Илья Ященко (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты);

2 урын – Арина Обухова (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты);

3 урын – Алина Солтанова (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты).

“Һүҙ оҫтаһы” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
“Һүҙ оҫтаһы” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb