Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр иғлан ителде. Награда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр әҫәрҙәре өсөн тапшырыла. Премия йәш быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ярҙамында рухи-әхләҡи һәм патриотик тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Конкурсҡа йыл дауамында айырым китап булып йәки ваҡытлы матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәр ҡабул ителә.
Республика Башлығы ҡарамағындағы комиссиянан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ете кеше ҡатнаша. Улар араһында шағирә Рәшиҙә Бик, яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова, Ринат Ноғоманов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина күрһәтелгән.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылда булдырылғайны. Ун ике йыл эсендә абруйлы премияға лайыҡ булыусылар: Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа.