"ҺӘҘИӘ" тип аталған үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәр конкурсына йомғаҡ яһалды

"ҺӘҘИӘ" тип аталған үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәр конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге иғлан иткән үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсы тамамланып, йомғаҡланды. Конкурсҡа барлығы 30-ға яҡын әҫәр килде. Һөҙөмтәләр:
1 урын Гөлсирә Ғиззәтуллина 
2 урын Фәрзәнә Аҡбулатова 
2 урын Гөлнара Мостафина 
3 урын Айгиз Баймөхәмәтов 
3 урын Мансур Һиҙиәтов 
3 урын Зөһрә Бәшәрова 
Дәртләндереү приздарына МиңнурҠасимова һәм Гөлдәр Бүләкбаева лайыҡ булды.
Конкурс яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияһы иҫәбенән үткәрелде. 
Премиялар иртәгә Һәҙиә Дәүләтшинаның мәңгелек йорто урынлашҡан Бөрө ҡалаһында, БДУ-ның Бөрө филиалында тапшырыласаҡ. Бында арҙаҡлы шәхескә бағышланған саралар үткәреләсәк, Өфөнән сәнғәт институты студенттары Г. Ситдиҡованың сәхнәләштерелгән "Һәҙиә" поэмаһын сәхнәләштерергә йыйына.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb