Һәүәҫкәр ҡатын-ҡыҙ рәссамдар өсөн күргәҙмә ойошторола

Һәүәҫкәр ҡатын-ҡыҙ рәссамдар өсөн күргәҙмә ойошторола

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә һәүәҫкәр ҡатын-ҡыҙ рәссамдар өсөн уникаль күргәҙмә ойоштора.

Әсәлек - һәр бер ҡатын-ҡыҙ тормошонда иң бәхетле һәм ижади осор. Күргәҙмәлә ҡатнашырға тотош республиканан бала тыуыу менән һүрәт төшөрә башлаусы һәүәҫкәр рәссамдар саҡырыла.Тап ошо осорҙа яңы кисерештәр, тойғолар һүрәткә тапшырыла, ти ойоштороусылар.

Күргәҙмә уҙғарырға Каринэ Хәбирова тәҡдим итә. Ул үҙе лә әсә булыу менән һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына башлай.Проектта ҡатнашыу өсөн семьярб.рф сайтына инеп ҡағиҙәләр менән танышырға , анкета тултырып электрон хатҡа үҙ эштәрегеҙҙе беркетеп түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк. Йә булмаһа йәшәү урынындағы Ғаилә үҙәгенә алып барыу ҙа етә.

Ғаризалар 25 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb