Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, Чехословакияның юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы һәм «Ҡара генерал» – былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән Даян Баян улы Мурзин хаҡында.
Даян Мурзин һәм уның бригадаһы иҫәбендә юҡ ителгән 19 танк, ике йөҙҙән ашыу автомобиль, 20-гә яҡын тимер юл күпере, әсир төшкән 250 фашист, шул иҫәптән немец армияһы генерал-майоры Генрих Мюллер.
Башҡортостанда герой тураһында иҫтәлек нисек мәңгеләштерелгән?
• Өфөлә «Нур» театры эргәһендәге скверҙа бронза һәйкәл ҡуйылған
• Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы залында (222-се зал) Даян Мурзиндың шәхси әйберҙәре ҡуйылған
• Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп фондында геройҙың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәр, гәзиттәрҙән һәм «Ветеран» журналынан алынған материалдар һаҡлана
• 2020 йылда Кушнаренко күп профилле һөнәри белем биреү колледжына Даян Мурзин исеме бирелде. Колледжда бюст, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, геройға арналған планшет күргәҙмәһе бар
• Республика Хәрби Дан музейы экспозицияһы Даян Мурзин тураһында фото һәм мәғлүмәт тәҡдим итә
• Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы урам герой исеме менән аталған
• башҡорт ирекмәндәренең бер батальонына Даян Мурзин исеме бирелде
Даян Мурзин бөтәһе 80-дән ашыу орден һәм миҙал менән бүләкләнгән, әммә ул еңеүҙе һәм үҙе кисергән сағыу, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай тормошон төп бүләк тип иҫәпләгән.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан