Әбйәлил бейеүселәре Төркиәне яуланы

Әбйәлил бейеүселәре Төркиәне яуланы

Күптән түгел Әбйәлил районы Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» һәм 1-се Асҡар мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең йыйылма төркөмө (етәксеһе Л. Д. Йәнекәйева) Төркиәнең Измит ҡалаһында үткән Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, республикабыҙ данын яҡлап ҡайтты. Бай тарихлы был сарала Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Быйыл фестиваль донъяның 40-тан ашыу иленән йәш таланттарҙы бергә йыйған. Төрөктәр йәшенән алып ҡартынаса фестиваль дауамында ҡунаҡтарҙы үҙ илдәренең тарихы, мәҙәниәте, йәшәйеше менән таныштырған.

Тотош донъя буйлап һибелгән халыҡтарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыуын, милли-мәҙәни кимәлдә ғилем арттырыуын, ерҙә татыулыҡ нурҙарын һибеү ниәтен алған был фестиваль бейеүсе балалар хәтерендә мәңгегә һаҡланыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb