Әбйәлил районында «Йондоҙ балҡышы» хикәйәләр бәйгеһе үтте

Әбйәлил районында «Йондоҙ балҡышы» хикәйәләр бәйгеһе үтте

Күптән түгел Әбйәлил районында «Йондоҙ балҡышы» хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды https://vk.com/club87696286.

Яҙыусыларҙы күтәреү маҡсатында ойошторолған бәйге халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙың ижад емештәре аҙна һайын «Йондоҙ» гәзите биттәрендә донъя күреп барҙы. Башҡорт телендә дүрт мең ярым тираж менән сыҡҡан баҫма Әбйәлилдән тыш, Магнитогорск ҡалаһы һәм Баймаҡ районында бушлай таратыла.

Конкурс «Йәйғор» ижади берекмәһе һәм «Ҡуңыр буға» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә иғлан ителә. Эштәрҙе яҙыусы Әхмәт Үтәбай рәйеслегендә жюри ағзалары баһалаған.
Хикәйәләр конкурсы һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс урынға Зөһрә Бәшәрова, Миңнур Ҡасимова, Фәрзәнә Хамматова һәм Айһылыу Хәсәновалар лайыҡ булды. Бынан тыш, төрлө номинацияларҙа тиҫтәгә яҡын яҙыусы еңеүсе тип танылды. Уларға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb