Әбйәлил районында мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Әбйәлил районында  мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Әбйәлил районының Ҡужан ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто сафҡа индерелде.

Мәҙәниәт йорто үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән булған. Әлеге ваҡытта стена-түшәмдәр, бинаның тышҡы яғы заманса көпләнгән. Ҡеүәтле яҡтыртҡыстар, яңы йыһаз ҡуйылған.

Мәҙәниәт йорто урындағы халыҡтың дөйөм тырышлығы ярҙамында төҙөкләндерелгән. Ауыл халҡы "Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһына ҡушылып башҡара был эште. Тәүҙә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын, ишек-тәҙрәләрен яңыртыу бурысы ҡуйылһа ла, ул тулыһынса төҙөкләндерелә.

Мәҙәниәт йортоноң асылыуы ауылға яңы һулыш бирҙе тип әйтергә мөмкин. Уның уңышлы эшләүенә өмөт ҙур, ти ҡужандар. Төбәктең Таштимер ауылы биләмәһендә алдағы көндәрҙә асыласаҡ объекттар бар әле. Күптән түгел Мунсыҡ йылғаһы аша һалынған күпер сафҡа инһә, тиҙҙән Тупаҡ ауылында төҙөлгән мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ә инде яңыртылған мәҙәниәт йорто республиканың театр-концерт тамашалары менән килеүселәрҙе йәлеп итмәй ҡалмаҫ, ти ышана ҡужандар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb