Әбйәлил районында мәҙәниәт усаҡтары яңы һулыш алды

Әбйәлил районында мәҙәниәт усаҡтары яңы һулыш алды

Әбйәлил районының Ҡужан менән Салауат ауылдарында күркәм, заманса клуб асылды.
Тантанаға йыйылыусыларҙы Р. Б. Фәттәхов тәбрикләп, клубты яңыртыуға үҙ өлөштәрен индергән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. — Ауылыбыҙҙа бөгөн ҙур байрам, ике йыл элек күмәкләп башлаған оло эштең осона сыҡтыҡ. Клубты йүнәтәйек тип инициатива белдергән һәм ярҙам күрһәткән ауылдаштарға, артабан ремонтты дауам итеү өсөн саралар бүлгән район етәкселегенә, эште сифатлы атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә рәхмәт, — тине район Советы депутаты, урман хужалығы етәксеһе З. Т. Абдуллин.

Бина тыштан сайдинг менән көпләнгән, ҡыйығы яңыртып ябылған булһа, эстән дә матурайған. 1956 йылда Тупаҡ кирбесенән һалынған клуб менән бөгөнгөнө сағыштырырлыҡ та түгел. Стеналар тигеҙләп, һыланған-буялған. Тәҙрә-ишектәр алыштырылған, сығыу урындары янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирерлек итеп эшләнгән. Электрҙы аҙ ҡулланған экономиялы йылытыу системаһы ҡуйылған. Өр-яңы иҙәндәр йәйелгән, түбә заманса материалдар менән көпләнгән. Сәхнә лә уңайлы, ҡупшы килеп сыҡҡан, зауыҡлы шаршауҙар эленгән. Шундай уҡ йәшел төҫтәге 100 йомшаҡ ултырғыс алынған. Хәҙер ауыл халҡы рәхәтләнеп, яҡты, йылы клубта тамаша ҡыла ала. 
Йыр-моңға һыуһаған ҡужандар клуб асылыу уңайынан ҡуйылған концертты тын да алмай, йотлоғоп ҡараны. «Салауат» ансамбле (етәксеһе Рәйлә Хафизова) дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы әсир итте.

Ҡужан ауылы кейәүе Руслан Әпсәләмов, Таштимер егете Заһир Хызыровтың моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауылдың һәүәҫкәр әртистәре лә яңы сәхнәгә сығып, йырлап-бейеп күңел асты. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb