Әбйәлил районында танылған яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Әбйәлил районында танылған яҙыусы  Айһылыу Йәғәфәрованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Күптән түгел Әбйәлил районында танылған яҙыусы, педагог, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Йәғәфәрованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте.

Сарала  Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев , “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Раян Фәттәхов, билдәле шағирҙар Әхмәҙин Әфтәх  менән Мәүлит Ямалетдин, “Ҡуңыр буға” ижади йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримов, “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзалары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, юбилярҙың туғандары, дуҫтары, класташтары йыйылғайны.

Бөтә ҡунаҡтар ҙа Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотланы һәм иң йылы теләктәрен еткерҙе. Зәки Арыҫлан улы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн әҙибәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Почет грамотаһын һәм бүләген тапшырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb