Әбйәлил районында "Тыуған ерем-моң даръяһы" исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Әбйәлил районында "Тыуған ерем-моң даръяһы" исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Әбйәлил районы Ишҡол ауылында Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева призына шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Сараның беренсе өлөшөндә Гөлназ Мират ҡыҙын матур юбилейы менән тәбрикләү сараһы булды.Сараны асып,Рауил ауыл советы хакимиәте башлығы Солтанов Ғ.И.Гөлназ Мират ҡыҙына ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп бүләк тапшырып китте.Г.Ҡотоеваны тәбрикләргә райони үҙәгенән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И.Ә.Мусин,район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе,"Осҡон"район газетаһы мөхәррире В.Ә.Илһамов,район ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Л.К.Сәғәҙиева,район МЯҮ директоры Э.А.Кунафина,район китапханаһы директоры З.Р.Исхакова,"Йәйғор"әҙәби берекмәһе етәксеһе З.Ә.Кашапова,Магнитогорск ҡалаһынан "Аҡ ҡауырый"әҙәби берекмәһе етәксеһе С.Н.Хәкимовалар килделәр.Шулай уҡ Гөлназ Мират ҡыҙының уҡытыусылары,туғандары,ауылдаштары ҡотлау һүҙҙәрен,теләктәрен еткерҙеләр.Сара бай ,йөкмәткеле концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы.Гөлназ Мират ҡыҙының һүҙҙәренә яҙылған "Ҡыпсаҡ ҡыҙы" йырын А.Н.Ишбулатова, "Кисер" йырын Р.Ә.Хайруллиналар башҡарҙы.Тәпән ,Рауил ауылы ҡатын ҡыҙҙарының бейеүҙәре,"Йәнгүзәл"фольклор төркөмөнөң сығыштарын сараға йәм өҫтәне.Сараның икенсе өлөшөндә шағирә "Башҡортостан ҡыҙы"журналының баш мөхәррире Г.М.Ҡотоеваның призына "Тыуған ерем-моң даръяһы"исемле район шиғыр уҡыусылар бәйгеһе үтте.Бәйгелә ҡатнашырға район ауылдарынан 40 конкурсант килде.Бәйгеселәрҙең сығышына абруйлы баһалама ағзалары ҡараны: Тамара Искәндәриә "Аҡбуҙат"балалар журналы баш мөхәррире,Гөлдәр Яҡшығолова-"Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе,Г.Ҡотоева шағирә,"Башҡортостан ҡыҙы"журналының баш мөхәррире,З.Р.Исхакова Әбйәлил район китапханаһы директоры,З.Кәшәпова яҙыусы, с.Хәкимова "Аҡ ҡауырһын"әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Кисәлә яңғыраған шиғырҙарҙың күбеһе әҙәбиәттәге мәңгелек темаға, шулай уҡ тыуған яҡтың матурлығына һәм уңған кешеләрҙе данлауға арналды. Күңелендә ижад осҡоно булған бәйгеселәр һүҙ сәнғәтен яңы бейклеккә күтәрҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Гран-приға иһә Атауҙы ауылынан Нияз Замалетдинов лайыҡ булды.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb