Әбйәлил районында "Ҡыҙыл йәйләүе" исемле эпик фестиваль үтте

Әбйәлил районында "Ҡыҙыл йәйләүе" исемле эпик фестиваль үтте

"Ҡыҙыл йәйләүе" быйыл икенсегә ойошторолдо. Сара музыкаль һәм мәҙәни традицияларҙы үҫтереүҙән тыш, сәсәндәрҙе, үҙешмәкәр композиторҙарҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя.

Әбйәлил районында "Ҡыҙыл йәйләүе" исеме аҫтында ойошторолған эпик фестивалдә төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Бәйгеселәр йыр-көй, сәсәндәр сығыштарынан тыш, лаҡап һөйләне, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерҙе.

Фестиваль конкурсанттарының йәше сикләнмәне, сәхнәлә олоһо ла, кесеһе лә сығыш яһаны. "Сәсәңгә тиң кем булыр" исеме аҫтында республика район-ҡалалары ҡатнашыусылары башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен тәҡдим итте. Конкурс шарттары буйынса ул ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә эпик ҡомартҡыларҙан өҙөк, икенсеһендә үҙ төбәгенән лаҡап һөйләү бурысы ҡуйылды. Ауыҙ-тел ижады бәйгеһендә Бөрйәндәргә етеүсе булманы.

Этник фестиваль ҡатнашыусыларын, ҡунаҡтарын бигерәк тә сара сиктәрендә ойошторолған йыуаса бешереү конкурсы ҡыҙыҡһындырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb