Әбйәлил районында Әхтәм Абушахманов призына халыҡ театрҙарының республика фестивале уҙғарылды

Әбйәлил районында Әхтәм Абушахманов призына халыҡ театрҙарының республика фестивале уҙғарылды

Әбйәлил районында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов призына халыҡ театрҙарының республика фестивале үтте. Бәйгелә Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Бүздәк, Ғафури, Әбйәлил райондарынан һәүәҫкәр артистар көс һынашты. Конкурс Хәлил мәҙәниәт йортонда башланһа, артабан Әхтәм Әхәт улының тыуған ауылы Боранғолда дауам итте. Арҙаҡлы шәхестәр Нурия Ирсаева менән Йәмил Әбделмәновтарҙың да ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста төп бүләк Ғафури халыҡ театрына бирелде. Улар яҡташтары Салауат Әбүзәрҙең “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала...” тигән комедияһын сәхнәләштергәйне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb