Әбйәлил районының Буранғол мәҙәни-ял үҙәгендә гармунсылар конкурсы үтте

Әбйәлил районының Буранғол мәҙәни-ял үҙәгендә гармунсылар конкурсы үтте

Әбйәлил районының Буранғол мәҙәни-ял үҙәгендә мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы Ильяс Дәминдаров призына гармунсыларҙың район конкурсы уҙғарылды.

Гармун телдәренән һоҡланғыс моң сығарыусы оҫталар ике йәш төркөмөндә ярышты. Бынан тыш «тальянка»ла һәм гармунда уйнаусыларҙың сығыштары баһаланды. Ильяс Исмәғил улы үҙе жюри составында булып, һәр гармунсының сығышын иғтибар менән тыңланы.
Ансамблдәр араһында беренсе урынды Таштимер ауылы гармунсылары яуланы. Икенселә Буранғолдан «Ҡараташ» ансамбле, өсөнсөлә — амангилделәр.
«Соло» номинацияһында призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренселә — Зөһрә Ниғмәтуллина (Ҡаҙмаш), икенселә — Мәхмүт Шаһивәлиев (Ишкилде), өсөнсөлә Абрар Ғималов (Ҡушый).
Иң шәп гармунсылар дуэты тип Мәхмүттән килгән Ринат Ғүмәров һәм Данил Ғәлиуллин табылды. Уларҙан Сәүиә Дәүләтбаева менән Гөлсиә Мөхөтдинова (Тал Ҡусҡары) әҙ генә ҡалышты. Өсөнсө урын Таштимерҙән Хәйҙәр Хызыров менән Фазыл Зәйнуллинға бирелде.
Гран-приҙы Күсем ауылынан данлыҡлы гармунсы, район конкурстары еңеүсеһе Сәғәҙей Заһретдинов ҡулдан ысҡындырманы.
«Тамашасылар һөйөүе» номинацияһы Красная Башкириянан Гөлсәсәк Зәйнуллинаға тапшырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb