Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле Ҡазандан гран-при менән ҡайтты

Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле Ҡазандан гран-при менән ҡайтты

Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле сағыу сығыштары менән Ҡазан тамашасыларын әсир итте.
Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәте фестиваленең «Мәҙәниәт биҙәктәре» тип аталған мәҙәни өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһау бурысын йөкмәткән мәртәбәле сараға саҡырыуҙы коллектив ихлас ҡабул итә.

Сәләмәтлек хәле буйынса алыҫ юлға сыға алмаһа ла, ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт  хеҙмәткәре Радмир Солтанбаев сығышты әҙерләп, шымартып, етәкселек дилбегәһен хәләле — шулай уҡ сәнғәт эшмәкәре Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙына тапшырып, апайҙарға хәйерле сәфәр теләп оҙатып ҡала. 

Татарстанда бер юлы өсләтә байрамға барып төшә яҡташтарыбыҙ. Рәсәй кимәлендәге ҙур сара республика һәм ҡала көнөнә лә тура килә. Фестивалдә илдең 26 төбәгенән 40-тан ашыу тел вәкиле ҡатнаша. «Ҡазан» ғаилә үҙәге янындағы әҙәби сатырҙарҙа милли телдәрҙә яҙыусы авторҙар үҙҙәренең ижад күргәҙмәләрен тәҡдим итә, мастер-кластар, интерактив уйындар, лекциялар ойоштора. Ижад ҡаҙаны ҡайнап торған майҙандағы ике сәхнәлә шулай уҡ төрлө милләт халыҡтарының сығыштарынан үрелгән концерттар гөрләй.

«Миләш» халыҡ фольклор ансамбленә байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтарын — Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов етәкселегендәге делегацияны ҡаршы алыу мәртәбәһе тейә. Төп сәхнәләге тамашаны асыу ҙа «Миләш»тәр өлөшөнә яҙа. Яҡташтарыбыҙ татар, урыҫ, дағ, ҡалмыҡ, яҡут, сиған халыҡ ансамблдәре араһында лайыҡлы сығыш яһай. Миңлегөл Солтанбаева ҡыл-ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек»те уйнай, сәләмләү һүҙен тел оҫтаһы, сәсәниә Мәүҙиға Баймөхмәтова әйтә. Ғәлиә Фәттәхова халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре аша  бай, тәрән аҡыллы, яғымлы телебеҙ менән таныштыра. Сағыу кейемдәре, дәртле таҡмаҡтары, ойотоп баҫып бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яулаған Башҡортостан ҡунаҡтарын  йылы алҡыштар менән оҙаталар.

Татарстандың халыҡ артистарынан, сәнғәт белгестәренән торған жюри «Миләш» ансамбленең сығышын юғары баһалай, коллектив гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ була. Конкурсҡа йомғаҡ яһала. Яҡташтарыбыҙ фестивалдең иң юғары наградаһы — гран-прины ала һәм еңеүсе булараҡ, йәнә сәхнәгә сығып,  фестивалде яба.
Ғөмүмән, Ҡазан ҡалаһы күңелдәрҙә фәҡәт яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Рухыбыҙ үҫте, күңелебеҙ байыны, тағы ла дәртләнеберәк ижад итергә илһамландыҡ. Татар ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Ҡазандың иҫтәлекле, матур урындарын күреү форсаты ла тейҙе. Бер көнөбөҙ ҡала буйлап экскурсияға бағышланды, ти «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле апайҙары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb