“Осҡон” гәзите хәбәр итеүенсә, күптән түгел Әбйәлил районының Ташбулат мәҙәни-ял үҙәгендә ҡумыҙсыларҙың район бәйгеһе үтте.
Тәүге тапҡыр уҙыуына ҡарамаҫтан, бәйге майҙаны бик күп ҡумыҙсыларҙы йыйҙы һәм сара юғары кимәлдә уҙҙы. Әбйәлил ҡумыҙсыларының сығышын виртуоз ҡумыҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендәге компетентлы жюри баһаланы.
Конкурс ике йәш категорияһында — 16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр араһында ҡыҙҙы. Ансамблдәр һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары айырым ҡаралды.
Тотош инструменталь ансамблдәр менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Конкурсҡа тәҡдим ителгән көй-йырҙарҙың тарихы бәйән ителеүе менән дә бәйге маҡсатына иреште.
Ансамблдәр араһында 16 йәшкә тиклемге категорияла Ташбулат мәктәбе ҡумыҙсылары еңеү яуланы. Ансамблдә 13 бала уйнай. Уҡыусыларҙың оҫта ҡумыҙ сиртеүе музыка уҡытыусыһы Л. С. Солтанованың тырышлыҡ емеше. Өлкәндәр араһында беренсе урынға Дәүләт ауылының «Серҙәштәр» ансамбле (етәксеһе Нәзифә Солтанова) лайыҡ булды. Икенсе урында Йәнгел ауыл биләмәһенең «Йәншишмә» йыйылма ансамбле (Нәзифә Мәғәфүрова), өсөнсөлә Ҡырҙастан «Етегән» (Роза Хәйруллина), Ташбулаттан «Хазина» (Хафизә Баязитова) ансамблдәре билдәләнде. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Ҡырҙастан Роза Хәйруллинаға тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынды Яңы Балапандан Мәрйәм Ситдиҡова һәм Раян Яҡуповтың дуэты яуланы. Өсөнсө урын Шәриптән Лилиә Яныбаеваға бирелде.
«Иң йәш ҡумыҙсы» номинацияһында Ташбулаттан 9 йәшлек Нәркәс Сәғәҙәтова еңеүсе булһа, бәйгенең иң оло ҡатнашыусыһы тип Мәйгәштенән 78 йәшлек Әсмә Солтанова нарыҡланды.