Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында Мәҙәниәт усағы файҙаланыуға тапшырылды

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында Мәҙәниәт усағы файҙаланыуға тапшырылды

 Күптән түгел Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында өр-яңынан ҡалҡып сыҡҡан Мәҙәниәт усағы файҙаланыуға тапшырылды. 

«Ҡомартҡы» фольклор ансамбле тантанаға килеүселәрҙе дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршыланы. Мәртәбәле ҡунаҡтар икмәк-тоҙҙан ауыҙ иткәс, ҡыҙыл таҫма киҫеү хөрмәте район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовҡа һәм депутат А. З. Әминевҡа бирелде.
Ауыл биләмәһе башлығы Р. Р. Ғәйзуллин тарафынан клуб рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде һәм Мәҙәниәт йортоноң ауылдаштары мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләне. Объекттың хаҡы 1 миллион 121 мең һумға төшкән. 
Ауыл һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яңы сәхнәне ҡотлап концерт ҡуйҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb