Әбйәлил районыҠыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто яңыртылды

Әбйәлил районыҠыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто яңыртылды

Әбйәлил районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңыртылды. Үҙешмәкәр артистар өсөн “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектына сәхнә кейемдәре, йыһаздар һәм музыка уйын ҡоралдары һатып алынған.

Тантана уңайынан байрам концерты ойоштооролдо. Сәхнәлә күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, танылыу яулаған “Әхирәттәр” төркөмө, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр, бейеү коллективтары, ағинәйҙәр сығыш яһаны.

Яңы сәхнә кейемдәре, музыка уйын ҡоралдары — партия проектына ярашлы һатып алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә клуб түбәһе капиталь ремонтланды, музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамал­дары һатып алынды, сәхнә йыһаздары яңыртылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 2 миллион 999 мең һум һәм республика бюджетынан 409 мең һум аҡса бүленде. Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡына килә­сәк­тә лә йырлай-йырлай ижади үрҙәргә артылыуҙарын һәм яңынан-яңы проекттарҙы тор­мош­ҡа ашырыуҙарын теләргә генә ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb