Күптән түгел, 8 ноябрҙә Әбйәлил районының Рәхмәт урта мәктәбендә "Йәйғор" әҙәби берләшмәһе, төбәктең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар һәм уҡыусы балалар ҡатнашлығында Мәүлит Ямалетдиндың "Һайланма әҫәрҙәр". 2-се том китабы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы уҙғарылды.
"Йәйғор" әҙәби берләшмәһе ағзалары Фәнүзә Биктимерова, Мәрйәм Сәлмәнова, Фәрзәнә Хамматова, Әлфиә Әбдрәфиҡова, Зөһрә Бәшәрова, Зәһрә Кашаповалар яҙыусының 2-се томына индерелгән "Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым, "Бала ҡарға", "Ҡорбан" повестары һәм "Ҡыҙыл итек", "Бүләк", "Тартай", "Риүәйәт" һәм башҡа хикәйәләре буйынса бик йөкмәткеле сығыштар яһанылар.
Әҫәрҙәргә анализ барышында уҡыусылар һәм төбәктән йыйылған халыҡ Мәүлит Ямалетдин әҫәрҙәренең үҙенсәлегенә, образдар системаһына, теленә ҡағылышлы бик күп файҙалы мәғлүмәт белделәр. Конференцияла автор үҙе сығыш яһап, сараны ойоштороусыларға һәм айырыуса сығыш яһаусыларға рәхмәтен белдерҙе, мәктәп коллективына китаптар бүләк итте.