Әбйәлилдә «Ҡош юлы – 2017» фестивале уҙҙы

Әбйәлилдә «Ҡош юлы – 2017» фестивале уҙҙы

2012 йылдан алып үткәрелгән "Ҡош юлы" республика бард фестивале быйыл  Әбйәлил районында үтте.Бығаса фестиваль Ейәнсурала, Таҙлар ауылы янында Һүрәм йылғаһы буйында үтә ине.

Һуңғы йылдарҙа «Ҡош юлы» арабыҙҙан иртә киткән шәхестәр  Дим Мәннән, Ғилман Ишкинин һәм  данлыҡлы «Рух» төркөмө солисы, гитарисы Ғәзинур Биктимеровтың иҫтәлегенә арналып үткәрелә ине, сираттағыһы Әбйәлил районынан сыҡҡан шағир Рәмил-Ҡолдәүләттың ижадына бағышланды.

Сарала ҡатнашыусылар экология һәм айырыуса һаҡланған биләмәләр йылына һәм шағир ижадына арнап сығыш яһаны.

«Ҡош юлы” фестивалендә  гитара моңо ҙына ағылманы, сәхнә түренән йәш шағирҙар ҙа сығыш яһаны. Йәштәр шиғриәтенә ар­нал­ған һөйләшеү  уҙғарылды.

 Йыр-моң һөйөүселәр тәбиғәт ҡосағында ял итеп кенә ҡалманы, төнгө усаҡ тирәләй гитараға ҡушылып йырҙар һуҙылды, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb