Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған “Ҡуштирәк” спектакле тамашасылар күңеленә хуш килде

Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған “Ҡуштирәк” спектакле тамашасылар күңеленә хуш килде

Стәрлетамаҡ тамашасыһын театр-концерт берләшмәһе йәнә яңы спектакль менән һөйөндөрҙө. Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған “Ҡуштирәк” спектаклен сәхнәгә Айҙар Зарипов сығарҙы. Инсценировкаһын Стәрлетамаҡта йәшәп ижад итеүсе В.Жеребцов эшләне.

Жанры бер башҡорт ауылында тип нарыҡланһа ла, ябай телгә әйләндергәндә, йырлы-бейеүле комедия. Иртән иртүк ауылға һөрән һалып эшкә ағылыусы һауынсылар, Ҡыҙыл мөйөштәр, кистәрен клубта һинд фильмдары көйҙәренә рәхәтләнеп бейеүҙәр, ҡурҡа-ҡурҡа ғашиҡ булыуҙар, эшлекле кешеләр тураһында был сәхнә әҫәре, ғөмүмән, ваҡиғалар 80-се йылдарға барып тоташа. Премьера тамашасының күңеленә хуш килде.

Бар оҫталыҡтарын һалып ролдәрҙе башҡарыусы артистарыбыҙ –Марат Зөбәйеровҡа, Әлиә Зариповаға, Фәнил Ҡарасуринға, Илфир Баймырҙинға, Рафиҡ Хәсәновҡа, Илгиз Әкимбәтовҡа, Ләйсән Кәримоваға, Илнур Атйетәровҡа, Гөлйемеш Ибраһимоваға, Таһир Фәтҡуллинға, Ирек Ибраһимовҡа, Зиләрә Юлтаеваға, Гөлнара Йәрмиеваға, Айгөл Зөбәйҙуллинаға, Фәрзәнә Ғөбәйҙулинаға, Рәсил Сынбулатовҡа, Револь Ғималовға, Нурзидә Сәлимгәрәеваға алҡыштарын йәлләмәне залда ултырыусылар.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb