6 декабрҙә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында танылған яҙыусы, талантлы журналист, һәләтле тәржемәсе, Башҡортостан Яҙыусылар һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе Гөлсирә Ғиззәтуллина әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, китап уҡыусыларҙы, ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы, ҡәләмдәш дуҫтарын, ижадташтарын үҙенең әҙәби ҡунаҡханаһына йыйҙы.
Яҙыусының әҫәрҙәре уҡыусы күңеленә күптән юл тапҡан. Гүзәл затты тулҡынландыра торған хәл-ваҡиғалар һәм шул ваҡиғалар эсендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың ҡыланыш-кисерештәре, эш-ғәмәлдәре, холоҡ-фиғеле тураһындағы әҫәрҙәр уҡыусыға ифрат оҡшай. Ул әҫәрҙәрҙең геройҙары үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе, донъяны яҡшыраҡ аңларға, ҡәҙимге нәмәләргә лә башҡасараҡ ҡарарға ярҙам итә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яҙыусының «Йәннәт һулышы» (2011), «Йәшәргә ваҡыт» (2012), «Күңел утрауы» (2003), «Өмөтөмдө ҡалдыр…» (2003), «Тормош шау сәскәлә» (2007), «Юл япрағы менән тамсы» (1994) китаптары донъя күрҙе. «Китап» нәшриәтенең «эҫе мейесенән» генә төшкән яңы китабының исеме лә есеменә тап килеп тора: «Һөйөүем доғаһы»нда тупланған әҫәрҙәре тормоштан алынған миҫалдар менән мөхәббәт хаҡындағы хәҡиҡәтте раҫлай. Авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдары үҙ уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итә, донъяға һөйөү менән бағырға, тормошто мөхәббәт күҙлегенән ҡабул итергә өйрәтә, кешелекте изге ғәмәлдәр эшләргә, яҡшылыҡҡа саҡыра. Гөлсирә Ғиззәтуллина - Ғайсарова әҫәрҙәрендә генә түгел, ә үҙ булмышы, үҙ һыны менән дә ысын мәғәнәһендә көслө психолог.
Кисәге осрашыуҙа ла әҙибәнең көслө ихтыярлы шәхес, китап уҡыусыларына оҫта психолог, әҙәбиәт һуҡмағында үткер һүҙле яҙыусы, тормошта алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ һәм үҫеп килеүсе эшҡыуар икәнлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Гөлсирә Ғиззәтуллина - Ғайсарованың яңы китабы донъя күреүе менән ҡотлап, ижадташ дуҫы, бергә уҡыған төркөмдәше, билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арслан улы Әлибаев, класташы, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире урынбаҫары Олия Әнәс ҡыҙы Ғиләжетдинова, шағирә, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева һәм башҡа бик күп танылған шәхестәр, яҙыусылар, шағирҙар изге теләктәрен еткерҙе.
Килгән ҡунаҡтарға Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Земфира Хөсәйенова «Һөйөүем доғаһы» әҫәренән өҙөк уҡып ишеттерҙе.
«Китап» нәшриәте әҙибәнең яңы китабын һатыуға алып килеп, тамашасыны ҡыуандырҙы.
Күркәм сараны Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге» мөдире Айгөл Буранғолова алып барҙы.
Әҙәби ҡунаҡхананан һәр кем йәшәүгә дәрт, яҡты өмөт, ижади һулыш алып, яҙыусынан тағы ла яңынан яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалыуҙарын теләп таралышты.