Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Бөйөк Еңеү хәбәрҙәре» күргәҙмәһенә саҡыра

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Бөйөк Еңеү хәбәрҙәре» күргәҙмәһенә саҡыра

Йыл һайын 9 майҙа илебеҙҙә йәшәүселәр генә түгел, барлыҡ кешелек  фашистик Германияны Еңеүҙе билдәләй.

Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Был иҫтәлекле датаға БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге «Бөйөк Еңеү хәбәрҙәре» исемле яңы тематик китап күргәҙмәһен әҙерләгән. 1942-1945 йылдарҙа донъя күргән китаптар һәм ваҡытлы баҫмалар коллекцияһы ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге фондтарында һаҡлана. Йыйынтыҡҡа СССР халыҡтары телдәрендә сыҡҡан пропаганда брошюраларынан, һуғыш хәрәкәттәре стратегияһы һәм тактикаһы буйынса уставтарҙан алып ғилми һәм нәфис әҙәбиәткә тиклем төрлө тематикалағы баҫмалар инә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb