Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Ағымдағы йылдың 3-4 октябрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.

Сараны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы ойоштора.

Конференцияла: «Дәүерҙең тарихи-мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси контексында Мостай Кәримдең шәхесе, яҙмышы һәм ижады», «Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә донъяның художестволы һәм тел картинаһы», «Полилингваль донъяла Мостай Кәримдең ижады: художестволы тәржемә сәнғәте», «Белем биреү киңлегендә Мостай Кәрим: мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда яҙыусының ижадын өйрәнеү традициялары һәм тәжрибәһе», «Мостай Кәримдең мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау мәсьәләләре» секциялары эшләйәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb