Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте

Баш ҡаланың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте. 

Шәйехзада Бабичтың тормош юлына бағышланған фәнни йыйынтыҡтың презентацияһында БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҙыусының тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева, Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин, Ш. Бабич йәштәр премияһы лауреаттары Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, шағир, журналист һәм тәржемәсе Нурлан Ғәниев, Рауил Төхвәт улының яҡындары, ҡәләмдәштәре, ижадташтары йыйылды. Әҙәби сараға республиканың башҡа китапханалары,шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы һәм Нижневартовск ҡалаарынан амилли үҙәктәр онлайн форматта ҡушылды. 

Шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына бағышланған китапты яҙғанда, Рауил Бикбаев шәхестең туғандары менән осрашҡан, архив сығанаҡтарын туплап, ваҡиғаларҙы фәнни күҙлектән ҡарап яҙған. Был йыйынтыҡ Ш. Бабичтың тулы портретын күҙаллау өсөн бик әһәмиәтле материал, тип белдерҙе Зәки Әлибаев. 

"Яңыраҡ Гөлсәсәк Саламатова тарафынан табылған шағирҙың бығаса билдәле булмаған шиғыры Бабичты һаман да өйрәнергә лә өйрәнергә икәнен аңлата. Ул беҙҙең менән",- тине Зәки Арслан улы.

Осрашыуҙа Рауил Бикбаевтың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы хәтирәләре менән сығыш яһаны, шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. 

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb