Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ғәли Ибраһимовтың хәтер кисәһе үтә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ғәли Ибраһимовтың хәтер кисәһе үтә

Бөгөн Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ғәли Ибраһимовтың хәтер кисәһе үтә. Унда яҙыусының яҡындары, яҙыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнаша.

Ул 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb