"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар

Уйын баш ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған.

«Мираҫ һаҡлаусылар» (“Хранители наследия”) уйыны Өфө тарихына, уның иҫтәлекле урындарына, Башҡортостанды һәм баш ҡаланы данлаған күренекле шәхестәргә арналған.

- Уйынды Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы заказы буйынса эшләнек. Уны бергәләп, тимәк, бөтә ғаилә, дуҫтар, класташтар менән йыйылышып уйнарға була. Күнегеүҙәр ҡатнашыусыларға башҡорт халҡының тарихын,асылын, рухи ҡиммәттәрен асырға ярҙам итә, - тип проекттың нескәлектәре менән уртаҡлашты уйынды эшләгән компанияның етәксеһе Евгений Черкасов.

Уйындың сюжеты шундай: төп геройҙар Гөлназ, Морат, Азамат, Ғәлим һәм Дилара Өфөнөң тарихи урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Һәр йөрөш һайын, легендаларҙан алып данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәре хаҡында яңы мәғлүмәттәр туплай һәм уйын аҙағында Өфөнө яулай.

Уйын ике сәғәткә иҫәпләнгән, балалар һәм өлкәндәр ҙә уйнай ала.

Әйтергә кәрәк, уйынды эшләүселәр майҙансығы фестивалдең бөтә көндәрендә лә эшләйәсәк. Көн һайын 15:00 сәғәттә компанияның башҡа уйындарын, ә 8 июндә «Мираҫ һаҡсылары» уйынын уйнарға була.

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb