"Әйҙә уйнарға" фестиваленә әкиәттән атай Карло килгән.

"Әйҙә уйнарға" фестиваленә әкиәттән атай Карло килгән.

Өфөнән Нәфис Әхмәҙрәхимов ағас уйынсыҡтар, башватҡыстар һәм поролон битлектәр эшләй.

"Мин Дәүләкән районының Мәкәш ауылында үҫтем. Беҙҙе бишенсе кластан хеҙмәт уҡытыусыһы Бәшир Фәзрахманов ағас менән эшләргә өйрәтте. Хатта мебелгә тиклем эшләй торғайныҡ. Уҡытыусыма бик рәхмәтлемен, сөнки был һөнәр минең ғүмерлек шөғөлөмә әүерелде», - тип фекере менән уртаҡлашты оҫта.

Нәфис Әхмәҙрәхимовтың бала сағы ауыр 90-сы йылдарға тура килә, шуға күрә ул уйнар өсөн машина, сәкән һәм башҡа уйынсыҡтарҙы үҙенә үҙе эшләй торған булған.

“Моғайын, уйнап туймағанмындыр. Шуға уйынсыҡтар эшләү менән мауығам, – тип фекер йөрөтә оҫта.

Бынан тыш, уның яратҡан шөғөлөн балалары Сыңғыҙ һәм Хомай ҙа үҙ итә, аталары быға бик шат.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әйҙә уйнарға» фестивале сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында 150-гә яҡын етештереүсене һәм һөнәрсене берләштергән уйынсыҡтар һәм уйындар күргәҙмәһе үтә. Ул 9 июнгә тиклем эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb