Баш ҡала халҡының һорауы буйынса Гия Эрадзеның Король циркы Өфө дәүләт циркында 17 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Өс сәғәткә тиерлек һуҙылған әкиәти тамашаның үҙенсәлекле, иғтибарҙы яуларлыҡ яҡтары бихисап: киң ҡоласлылыҡ, донъяла тиңе булмаған һоҡланғыс декорациялар, артистарҙың иҫ киткес оҫталығы, өйрәтелгән йәнлектәрҙең шаҡтай күплеге...
Гастролгә килеп, Башҡортостандың сәнғәт һөйөүселәрен үҙ иткән Король циркының был программаһы – беҙ күреп ғәҙәтләнгән алымдар, биҙәлештәр, жанрҙар ҡулланылмаған өр-яңы тамаша ул. Спектакль өсөн, көмбәҙ кимәленәсә күтәреп, бәрхәт һәм кристалдар менән биҙәп, мөһабәт алтын һарай ҡоролған; зиннәтлелек бөркөп тороусы ике меңдән ашыу костюм тегелгән; гәлсәр люстралар, тотош манежды ҡапларлыҡ махсус шаршауҙар эленгән. Талантлы, таһыллы, сағыу цирк оҫталары манежда төрлө амплуала пәйҙә була: бына гимнаст ҡыҙ цирк көмбәҙе аҫтында һауала эленеп торған килеш ҡурсаҡтар менән идара итә; аренала ниндәйҙер мөғжизә менән аҫылташтар һырытылған рояль барлыҡҡа килә, унан фонтан һиптерелә башлай... Балериналар тарафынан ҡамап алынған эквилибрист уйға ла һыймаҫлыҡ трюктар яһай. Ҡырағай ҡәбилә кешеләре һәм йылы яҡ януарҙары – ламалар, скунстар, лемурҙар, көнгөрәләр, дөйәғоштар, зебралар – килеп сыға. Испандарҙың һыбай йөрөү мәктәбендә шөғөлләнгән оҫталар үтә, уларҙы яҡ үгеҙҙәре оҙатып бара. Гүзәл фрейлиналары һәм мәрмәр төҫөндәге эттәре менән ғорур Батшабикәне, фриз тоҡомло ҡара аттар егелгән ике тәгәрмәсле арбаларҙа Рим императорын, гладиаторҙарҙы күрәбеҙ. Изгелек менән яуызлыҡты әкиәти аҡ һәм ҡара пегастар һынландыра. Акробат-жонглерҙар, шуттар, клоундар дәртте ҡуҙғытҡыс Бразилия карнавалы ойоштора... Барыһын да һөйләп бөтөп булмай – барып күрергә кәрәк.Ҡырағай донъяға әйҙәүсе арыҫланлы, юлбарыҫлы аттракцион да һушты ала. Африка һәм Суматра утрауы йыртҡыстары менән бер ситлектә – Грузияның халыҡ артисы Гия Эрадзе һәм уның партнеры, цирктың титуллы принцессаһы Людмила Суркова. Берсә тән зымбырҙатҡыс, берсә һынды ҡатырып көлдөргөс күренештәр!.. Юҡҡа ғына был тамаша ике йыл элек “Алтын фил” фестивалендә төп бүләкте яуламаған, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, федераль телеканалдар, илдең билдәле шәхестәре тарафынан юғары баһаланмаған икән. Каникул осоронда Башҡортостан балаларына шундай мөғжизәне күреү мөмкинлеге бирелде.
Автор: Роза Моратова
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите