Опера йырсыһы Әлфиә Кәримова Лондонда үҙенең соло-концерты менән сығыш яһаны. Пианистка, йырсы, композитор һәм продюсер Евгения Терентьева менән бергә ул Рахманинов, Римский-Корсаков, Чайковскийҙың классик рус романстарын башҡарҙы. Әлфиә Кәримованың концерты IV «Альбион йондоҙҙары. Масленица» халыҡ-ара башҡарыу оҫталығы фестиваль-конкурсын асты.
«Тамашасылар рус музыкаһы шедеврҙарын ихлас тыңланы. Концертҡа бик күп ватандаштарыбыҙ килгәйне, сит ил тамашасылары ла бар ине, улар рус телен аңламаһалар ҙа, концерттан һуң килеп, үҙҙәренең һоҡланыуын белдерҙе», — тип һөйләне йырсы.
Әлфиә Кәримова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Астана-Опера» театры (Ҡаҙағстан) солисткаһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «The Opera Ball Award-2015» абруйлы наградаһының «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тауышы» номинацияһында еңеүсе, халыҡ-ара бәйгеләрҙә жюри ағзаһы, педагог.
Тиҙҙән өфөләр ҙә яратҡан йырсыһын тыңлай ала. 20 мартта Башҡорт опера һәм балет театрында Әлфиә Кәримова Дж. Вердиҙың «Травиата» операһында Виолеттаны йырлай.
«Альбион йондоҙҙары» проекты Рәсәйҙең Лондондағы фән һәм мәҙәниәт үҙәге, Бөтә донъя башҡарыу сәнғәте ассоциацияһы ярҙамында «Музыка Нова» халыҡ-ара музыка академияһында һәм Рус мәҙәни үҙәгендә ойошторолдо. Йыл һайын уҙғарылған конкурс төрлө илдәрҙең мәҙәниәттәрен яҡынайтыусы күпер булып тора. Сара Рәсәй мәҙәниәтен һәм мәғарифын популярлаштыра, һәләтле ватандаштарыбыҙға, шулай уҡ бөтә донъя илдәре артистарына үҙ талантын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ижади бәйгелә Англия, Рәсәй, Германия, Италия, Болгария, Мальта, Латвия, Әрмәнстан, Украина, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Бразилия, Греция, Испания, Гана һәм Һиндостандан артистар ҡатнашты. Быйыл конкурс Масленица байрамы ваҡытында үткәрелде, һәм шуға күрә аҡсалата наградаларҙың береһе «Масленица» призы ине, ул Рәсәй композиторы ижад иткән әҫәрҙе иң яҡшы башҡарған өсөн тапшырылды.
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/962231/