Әлшәй районында Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған сәсәндәрҙең төбәк фестивале үтте

Әлшәй районында Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған сәсәндәрҙең төбәк фестивале үтте

Әлшәй районында билдәле фольклорсы, драматург, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған сәсәндәрҙең төбәк фестивале үтте. Сара бишенсе йыл рәттән уҙғарылып килә.

Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов, баһалама төркөмө рәйесе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева сәләмләне. Бәйгеселәр 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сығыш яһаны. Ҡармыш ауылынан алты йәшлек Әлмир Әхтәмов иң кескәй ҡатнашыусы булһа, Яңы Сәпәштән Гөлсәмсә Әхмәҙиеваға 88 йәш ине. Ҡатнашыусыларҙы төрлө номинацияларҙа ҡотлап, матур бүләктәр тапшырылды. Сараның төп маҡсаты еңеп сығыу түгел, ә сәсән рухын ҡайтарыуға булышлыҡ итеү, тип билдәләй ойоштороусылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb