Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында кейеҙ байрамы үтте

Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында кейеҙ байрамы үтте

Күптән түгел Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында кейеҙ байрамы үтте. Дим буйы төбәктәре оҫталары аллы-гөллө аҫалы балаҫтар һуғыу менән дан алған. Ә кейеҙ баҫыу, кейеҙ туҡыманан тирмәләр, кейем-һалым эшләү Урал аръяғы райондарына хас шөғөл булып күңелгә һеңгән.

Һуңғы йылдарҙа Әлшәйҙә төрлө байрамдар уҙғарылып тора. Аҡҡолайға килерҙән бер аҙна элек тыуған ауылым Һарыштан Дим аша ғына урынлашҡан Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡы ауылдың 255 йыллығын уҙғарғайны. Шәп үтте. Кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан, ғүмер, тормош хаҡында уйландырған, уңған­лыҡҡа этәргән, күңелдәргә осрашыу ҡыуаныстары, йөрәк­тәргә йәшәү дәрте, алдағы көндәргә дөрөҫ йүнәлеш биргән изгелекле көс ул ауыл байрамдары. Уларға тәбиғәт тә теләктәшлек белдергән кеүек: ике ай буйына яуған ямғырҙан һуң Ҡыпсаҡ-Асҡар байрамында тәүге тапҡыр көн ҡояшлы булды. Һуңынан тағы аҙна буйына ҡойоп түкте лә Аҡҡолайҙа үткән байрам ваҡытында йәнә туҡтап торҙо.

Июнь уртаһы — тәбиғәттең иң матур сағы. Тирә-яҡ — һутлы йәшеллектә. Ауыл ситендәге байрам майҙаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Башҡорт халҡы тәбиғәте менән ихлас инде ул, ә Дим буйында йәшәгәндәр бигерәк тә алсаҡлыҡтары менән айырылып тора. Был булмыштары уларҙың нурлы йөҙҙәрендә, йөрөштәрендә, һүҙҙәрендә сағыла...
Был көндө ауылдың олоһо ла, кесеһе лә байрам яланында ине. Яҙғы эштәр тамам­ланған осор. Сәхнәнең ике яғында ҡунаҡтар өсөн тирмә ҡоролған. Майҙанда – аҫалы балаҫтар күргәҙмәһе. Зәкирә Воронцованың балаҫ һуғыуын тиҫтәләрсә кеше һоҡланып ҡарай. Кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр һәм башҡа ҡул эштәре күргәҙмәләре менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп. Оҫталар Мәрйәм Зәйнуллина, Вафира Хәбибул­лина, Мөнирә Кашарская, Гөлназ Фәхретдинова, Гөлирә Латипова, Рәзилә Искәндәрова һәм башҡалар күргәҙмәгә бөтә йөрәк һәм зиһен көсөн һалып, илһамланып әҙерләнгән. Ауыл тормо­шон­дағы иҫтәлекле хәл-ваҡиғаларға, данлыҡлы шәхес­тәргә арналған фото­һүрәттәр таҡтаһынан үҙен һәм яҡында­рын эҙләүселәр ҙә байтаҡ. Сәхнәгә яҡын майҙандағы өҫтәлдә ҡатын-ҡыҙ кейем­дәре өсөн биҙәүестәр күргәҙмәһе ҡуйылған. Уларҙың авторы Гөлсәсәк Вәлиуллина ҡыҙыҡһыныусыларҙы һаҡал эшләргә өйрәтә. Үҙенсәлекле һәүәҫкәр рәссам Фәнүрә Ғәние­ваның ҡорама­ларҙан эшләнеп, рамға ҡуйылған картиналары күҙҙең яуын алып тора.
Ҡупшы милли кейемдәр кейгән ағи­нәйҙәр ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңы аҫтында ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, егет менән ҡыҙ ҡымыҙ һәм сәк-сәк тәҡдим итә. Баш­ҡортостан, тыуған төбәгебеҙ Әлшәй хаҡында йыр-моң ағыла. Бына балаҫ-ҡапҡалар асылып китә: ҡунаҡтарға юл бирелә. Алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп килгән Учалы, Бишбүләк, Миәкә, Шишмә, Дәүләкән ағинәйҙәре үҙ төбәктәренә хас биҙәктәр менән тегелгән милли кейем­дәрҙә күркәм сәскә гөлләмәләрен хәтер­ләтә. Тирмә өҫтәлдәре аш-һыуҙан һығы­лып тора. Әлшәй табындарына ғына хас телеңде йоторлоҡ ризыҡтарҙы аш-һыу оҫталары Гөлли Әлимғу­жина, килендәш­тәр Фәрзәнә менән Сажиҙә Шәриповалар һәм Розалия Ғәниева әҙерләгән. 

Өфө ҡунаҡтары Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайынан “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның, йәштәр менән эшләү бүлегенән Марат Ғил­ма­новтың сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының “Ағинәйҙәр”е хәҙер Башҡортос­танда иң эшлекле йәмәғәт ойошмаларынан һана­ла. Улар башланғысында һәр районда тиерлек халыҡтың рухын байытырҙай төрлө тематик саралар уҙғарылып тора. Күренекле шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнано­ваның тәрән мәғәнәле фәлсәфәүи һүҙҙәре һәм илһамлы шиғыр­ҙары байрамға йәм һәм күтәренкелек өҫтәп ебәрҙе.
Ағинәйҙәр аҡ кейеҙ баҫҡанда изге теләктәрен әйтә. Кейеҙҙә матур биҙәктәр хасил була.
“Аҡ кейеҙгә баҫһам...” тип исемләнгән байрамдың төп өлөшө тамамланғас, оло сәхнәгә бер-бер артлы ауыл үҙешмәкәр­ҙәре күтәре­лә. Уларҙы халыҡ белә, ярата, һәр береһен ҡул сабып, хөрмәтләп ҡаршылай. Сара барышында кү­ңелдәре күтәрелгән сығыш яһау­сыларҙың һаны артҡандан-арта бара. 

Балаҫ һуғыу, шәл бәйләү, сигеү-ҡайыу, кейеҙ баҫыу кеүек шөғөлдәр — улар матур йола ғына түгел, ә төшөмлө кәсеп тә. Бер-береһен ҡабатламайынса ижад ителгән үҙенсә­лек­ле ҡул эштәре әйберҙәре бөтә донъя­ла ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Улар үҙебеҙ өсөн дә бик кәрәкле, файҙалы һәм ҡиммәтле хеҙмәт емеш­тәре, ә инде республикабыҙҙа туризмды үҫтереү проблемаһы алғы планға ҡуйылған ваҡытта сит яҡ­тар­ҙан килеү­селәр өсөн Башҡорт­остан халҡының быуаттарҙан быуаттарға күсеп, яңыртылып килгән күңел ынйылары – ошондай ижади хазиналарыбыҙ, милли сувенир, ҡомартҡы сифатында ла, тормошта кәрәкле әйберҙәр булараҡ та баһа­лап бөткөһөҙ иҫтәлекле бүләк була­саҡ бит. Ысынлап та, кейеҙҙән генә лә эреле-ваҡлы, төрлө төҫтәге, төр­лөсә биҙәкле тирмәләр ҙә, уңайлы һәм шифалы кейем-һалым да, баш һәм аяҡ кейемдәре лә, йорт кәрәк-яраҡтары ла, ҡыҫҡаһы, тиҫтәләрсә продукция етештереп була.

Тулыһынса уҡырға: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/26875-ky-keye-baylmay-yki-yayrtylan-ksepte-kilsge-ur.html

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb