Уҙған шәмбе Дүшәнбе ҡалаһында Тажикстандың Милли музейында "Рәсәй-Тажикстан: мәҙәни-ара диалог һәм дөйөм гуманитар киңлек" форумы үтте. Сараны асыу тантанаһында Тажикстандың һәм Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Федерацияһының республикалағы илселеге, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ, музыка уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Тажикстан-Рәсәй форумы ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың 30 йыллығына арналған саралар сиктәрендә уҙҙы. Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Надежда Преподобная етәкселегендәге Рәсәй делегацияһына Башҡортостандың, Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министрҙары, ГИТИС, мәҙәниәт институттары, консерватория ректорҙары, Рәсәй музыка уҡыу йорттары студенттары инде. Форум барышында мәҙәниәт өлкәһендә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй төбәктәрен презентациялау үткәрелде, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Әминә Шафиҡова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы составына Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Илшат Фәхертдинов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире, Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, «Хазина» этно-проекты етәксеһе Земфира Рәшитова инде.
- Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәни ҡеүәте менән таныштырҙыҡ, хеҙмәттәшлек буйынса пландар тураһында фекер алыштыҡ. «Башҡортостан» киностудияһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостан Композиторҙар союзы Тажикстандандың киностудияһы, филармонияһы һәм Композиторҙар союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Кино менән алмашыу көндәре, тажик коллективтарының Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыуы ҡаралған. Тажикстандан студенттарҙы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыу тураһында һөйләшеп килештек, - тине Әминә Шафиҡова.