3 февралдә Һиндостанда «Сураджкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм текстиль күргәҙмәһе башланды. Фестивалдә Һиндостандың төрлө ҡалаларынан һәм ҡатнашыусы илдәрҙән иң яҡшы оҫталар үҙҙәренең һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен, шулай уҡ ҡулдан эшләнгән үҙенсәлекле әйберҙәрен тәҡдим итә. Унда ҡатнашыусы илдәр араһында Мысыр, Марокко, Тунис, Зимбабве, Кения, Ливан, Уганда, Көньяҡ Африка, Рәсәй, Әрмәнстан, Афғанстан, Бутан, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Германия, Тажикстан, Үзбәкстан, Канада һәм башҡалар бар.
«Сураджкунд Мела» фестивалендә республиканың рәсми делегацияһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкләй. Ижади төркөмгә «Ағиҙел» Башҡорт художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова, күн эше оҫтаһы Динар Мәжитов, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Ләйсән Мәжитова, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Артем Яратов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, ҡурайсы Артур Ғайсаров инде.
«Сураджкунд Мела» донъялағы иң ҙур халыҡ кәсептәре фестивалдәренең береһе һанала. Был проект милли кәсептәр, аш-һыу, шулай уҡ илдең халыҡ ижады өлгөләрен күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Йәрминкәне, ғәҙәттәгесә, бай мәҙәни программа оҙатып бара, унда төрлө илдәрҙән саҡырылған коллективтар ҡатнаша.
36-сы тапҡыр уҙғарылған «Сураджкунд Мела» фестивале 9 февралгә тиклем дауам итә.