2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Әминә Шафиҡованың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға ҡотлау хаты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 17 июль 2021
Әминә Шафиҡованың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға ҡотлау хаты
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы!
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ - 90 йәшегеҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай.
Һеҙ Ишембай районының хозур тәбиғәтле Ҡолғона ауылында тыуып үҫеп, тыуған төйәгегеҙҙән илһам алып ҡанатланып ижад иткәнһегеҙ. Әлеге көндә һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың арҙаҡлы яҙыусыларының береһе. Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Һеҙ – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, үҙенә генә хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәштегеҙ.
Хикәйәләрегеҙ, повестарығыҙ, романдарығыҙ – күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Ижадығыҙ заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Ижади уңыштарығыҙҙы һәм Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәтегеҙҙе тыуған илебеҙ тейешле баһаланы. Был хаҡта Һеҙҙең Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев исемендәге ордендарына лайыҡ булыуығыҙ иҫбатлай.
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы, күркәм юбилейығыҙ айҡанлы Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Башҡортостан Республикаһы
мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
В Уфе отметили юбилеи Башкирского издательства «Китап» и Союза писателей РБ
Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте 100 йыллығын билдәләне
В БГФ им. Х. Ахметова отпраздновали Старый Новый год
В Уфе прошел Пятый Международный этнический фестиваль «Музыка, рожденная ветром»
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө