“Башҡортостан“ киностудияһының “Әсе бал” документаль фильмы Швецияла уҙған “КиноРюрик” рус киноһы фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде.
Өсөнсө быуын солоҡсоһо хаҡында һөйләгән тарих күптәрҙең күңеленә хуш килде. Режиссер Айнур Асҡаров әйтеүенсә, фильмда мәңгелек темаларҙың береһе күтәрелә: яныңда туғандарың һәм яҡындарың булмаһа, татлы бал да әсе тойолор. Кино Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында төшөрөлгән.
Әйткәндәй, был фестивалдә ҡатнашҡанға тиклем “Әсе бал” бер нисә конкурстың призын һәм наградаларын яулап өлгөргән. Улар араһында Санкт-Петербургта үткән ХIII “ПитерКит”тың төп бүләге, “Кадр, алға!” фестиваленең “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһы, “АгроСвит-2013” ХХ халыҡ-ара телефестиваленең “Фильм геройына” приздары бар.
“КиноРюрик” — Швеция тамашасылары иғтибарына Рәсәйҙең кино сәнғәтен тәҡдим иткән сара. Башҡорт фильмынан тыш, унда Максим Панфиловтың “Әмир улы Иван”, Сергей Эйзенштейндың “Иван Грозный”, Карен Шахназаровтың “Үлем атлы һыбайлы” картиналары ҡатнашты.