Ғинуар беҙгә бөйөк әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваны бүләк иткән. Күгәрсендәр һәр йыл башында, арҙаҡлы яҡташтарының данын тағы ла арттырып, лайыҡлыларға уның исемендәге премия тапшыра. Зәйнәб Биишева көндәре лә гелән ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә.
Был юлы ла шулай булды. Аҙналыҡ әҙибәнең район үҙәгендәге һәйкәленә сәскә һалып, уны хәтергә алыуҙан башланды. Артабанғы көндәрҙә һәр мәктәптә яҙыусының ижадына арналған кисәләр уҙғарылды.
22 ғинуар. Әҙибәнең тыуған төйәгенә – Туйөмбәт ауылына – төрлө тарафтан ҡунаҡтар ағыла. Музейы алдында иһә Зәйнәб апай үҙе ҡаршылап торғандай. Һәйкәленең алды сәскәгә күмелә, күңелдәге яҡты хәтирәләр, рәхмәт һүҙҙәре тышҡа урғылып сыға…
Һуңынан премия тапшырыу урыны итеп билдәләнгән Исем ауылына юлланабыҙ. Ундағы заманса мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡатында яҙыусының әҫәрҙәрендәге геройҙар, хәл-ваҡиғалар сағылдырылған кейеҙ, ағас экспонаттар ҡуйылған. Быларҙың барыһын да балалар үҙҙәре эшләгән. Һәр образға шиғри юлдар менән аңлатма ла биргәндәр! Был, әлбиттә, балаларҙың ғына түгел, уларҙың уҡытыусыларының, район мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлыҡ, ижад емеше.