Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо

Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо

Байрам сараһында Рәсәй, донъя кимәлендә билдәле яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны. 

Башҡортостан гимны яңғырағандан һуң, сәхнәгә «Зәйнетдин» этнопроекты сыҡты. Сағыу костюмдар, дәртле бейеүҙәр, ҡубыҙ моңдары – йәш артистар тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Радик Юлъяҡшин Өфөләргә «Ғәфү ит мине» тип аталған өр-яңы йырын тәҡдим итте. Республика көнөнә арналған концертта ул тәүгеләрҙән булып сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы байрам алдынан яңы вазифаға ла тәғәйенләнгәйне. Хәҙер ул төбәк башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе. Талантлы яҡташыбыҙҙың киләсәккә пландары юғары. «Йондоҙҙар фабрикаһы» ойоштороп, донъя кимәлендәге артистар үҫтерергә йыйына.

Сәхнәгә сыҡҡан һәр артист өсөн Башҡортостан тыуған төйәк кенә түгел, илһам сығанағы ла. Билдәле хип-хоп башҡарыусы Томас Мраз тәбиғәткә ғашиҡ булыуын билдәләне.

«Люмен» төркөмө байрамды тағы ла ҡыҙҙырҙы. Артистар йырҙарының күбеһе Өфө, Башҡортостан менән бәйле булыуын билдәләне.

Күләмле сараның хедлайнеры булараҡ танылған музыкант Юрий Шевчук сығыш яһаны. Тамашасыларға ул өс сәғәтлек сағыу шоу-программа тәҡдим итте. Сәхнәлә таныш йырҙар яңғыраны.

Талантлы яҡташыбыҙ Юрий Шевчук тамашасыларға башҡортса өндәшеп, көрәшеп түгел, ә яратып-яратылып йәшәргә саҡырҙы.

Байрам концерты сағыу фейерверк менән тамамланды.

Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо
Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо
Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо
Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо
Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо
Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концерт ойошторолдо

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb