Өфө балалар филармонияһы ижади онлайн-марафон иғлан итә

Өфө балалар филармонияһы ижади онлайн-марафон иғлан итә

Өфө балалар филармонияһы #ХОЧУВФИЛАРМОНИЮ  (Филармонияға теләйем) ижади онлайн-марафон үткәрә. Ул 15 августан 30 октябргә тиклем үтәсәк. Унда ҙәр сәхнәлә сығыш яһарға теләүсе 4 йәштән 14 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала.

Онлайн-марафонда ҡатнашыу өсөн:

  • Өфө балалар филармонияһының Бәйләнештә һәм Instagram социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләренә яҙылырға,
  • Ҡатнашыусының анкета-заявкаһын тултырырға,
  • Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ижади номер төшөрөлгән яҙманы ебәрергә кәрәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән марафондың ҡағиҙәләрендә танышырға мөмкин. Иң яҡшы видеояҙмалар аҙна һайын Бәйләнештә селтәрендә ҡуйыласаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы филармонияның етәкселәре баһалай һәм еңеүсе проектың төп призы – филармонияның ижади коллективында шөғөлләнеү өсөн бер йыллыҡ абонементҡа лайыҡ буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb