Башҡорт халҡының аҫыл заттарының береһе- яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина тыуған көнө айҡанлы Өфө дәүләт сәнғәт институтында шағирә Гүзәл Ситдиҡованың "Һәҙиә" поэмаһы сәхнәләштерелде. Профессор Земфира Хөсәйенова етәкселегендәге студенттар шиғри театрҙың бар мөмкинселектәре аша яҙыусы образын асып бирҙе.
Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы председателе Зәки Әлибаев,"Шоңҡар" журналы редакторы Мөнир Ҡунафин, шағирҙар Рәшит Зәйнуллин, Гүзәл Ғәлиева, Фәниә Ғәбиҙуллина ҡатнашты.