Өфө халҡы Рәсәйҙең абруйлы театрының тарихы менән танышты

Өфө халҡы Рәсәйҙең абруйлы театрының тарихы менән танышты

Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театрының тарихы уҙған быуат баштарына, атап әйткәндә, 1913 йылға барып тоташа. Студенттар төҙөгән драма студияһы булараҡ башланған коллектив илебеҙҙең иң абруйлы театрҙарының береһенә әйләнә.

Бөгөн Китап байрамының төп сәхнәһендә уның тарихына арналған "Вахтангов и его ученики" спектакль-бағышлау ҡуйылды. Бағышлау әҫәре менән театр педагогы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Анна Бруссер һәм актриса, Щукин исемендәге театр институты доценты Софья Высоковская таныштырҙы. 

Анна Бруссер тигәндә, шуны иҫтә тоторға кәрәк: ул беҙҙең  илдә сәхнә телмәре буйынса иң абруйлы, тәжрибәле остаздарҙың береһе. Бына күп йылдар инде ул Щукин исемендәге театр институтында белем бирә, буласаҡ актерҙарға бай тәжрибәһен тапшыра. 

Сәхнәләге экранда күрһәтелгән фотоһүрәттәр, архив таҫмалары аша бай тарихлы театрҙың үткәндәре һынланды, бөйөк театр сәнғәте әһелдәре, актерҙар йәнләнде. Архив документтары, "вахтанговсы"ларҙың телдән-телгә күскән хәтирәләре, хатта легендаларына нигеҙләнгән тамашаның өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтарына тәьҫире көслө булғандыр. Легендар шәхестәр тормошона аҙға ғына булһа ла ҡағылыу, уларҙың оло сәнғәткә ни кимәлдә бирелгәнлеге, театр ғали йәнәптәренә хеҙмәт итеү юлы кино таҫмаһындағылай күҙ алдынан үтте, бөйөк Вахтанговтың шәхесенә хөрмәтте, һоҡланыуҙы, рәхмәт тойғоларын арттырҙы. 

Абруйлы Мәскәү ҡунаҡтары менән аралашыуҙан алған яҡты кисерештәр, рухи күтәренкелек көндөң эҫеһенән, тынсыулыҡтан көслөрәк булып сыҡты. Тамашанан һуң А. Бруссер менән С. Высоковская журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе, Өфө, Китап байрамы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Һүрәттәрҙә: А.Бруссер, С. Высоковская.

Китап байрамының матбуғат хеҙмәте фотоһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb