Баш ҡалала «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында «Өфө II ҡаласағы. Кешеләр. Мода. Йолалар» күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә 2018 йылдың 15 мартына тиклем эшләйәсәк, адресы: Урман техникумы урамы, 49 –сы йорт.
Экспозицияла Өфө II ҡаласағында йәшәгән – Мәзүнин һәм Турбаҫлы археология мәҙәниәттәренә ҡараған иртә урта быуат халҡы костюмдарының тарихи реконструкциялары күрһәтелгән.
Шулай уҡ 2006-2017 йылдарҙа ҡаласыҡта ҡаҙыу эштәре барышында табылған ҡыҙыҡлы материалдар менән танышыу мөмкинлеге бар.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Алексей Пешков, тарихи костюм, ҡорал, эш ҡоралы һәм биҙәүестәр реконструкторҙары Ғәлинур Зарипов, Антон Сухарев, Артем Белявский ҡатнашты.
Күргәҙмәне ойоштороусылар хәбәр итүенсә ,костюмдарҙы реконструкциялау эше ныҡлы тарихи базаға нигеҙләнгән: Өфө II ҡаласағындағы артефакттарҙан тыш, Әгәсә, Юғамаш, Иҫке Ҡабан, Бөрө, Яңы Турбаҫлы, Дежнев, Өфө биләмәһе ҡәберлектәрендә табылған материалдар ҡулланылған.
Музей-ҡурсаулыҡ директоры Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, кейем эшләү, ювелир эше, тимерсе һәм һөйәк ҡырҡыу кәсептәре өлкәһендә киң даирә белгестәрен йәлеп итеү менән иртә урта быуат костюмдарын тергеҙеү тәжрибәһе Башҡортостан музейҙары араһында тәүгеләрҙән булып тора.