“Өфө-II ҡаласығы” китабы донъя күрҙе

“Өфө-II ҡаласығы” китабы донъя күрҙе

Күптән түгел “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы “Өфө-II ҡаласығы” китабын нәшер итте. Баҫма археолог Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған. Ғалим хәҙерге Өфө аҫтындағы урта быуаттар биләмәһен асыуға һәм тикшереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Китап “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығының археология фондында һаҡланған Урта быуаттар дәүерендәге музей әйберҙәренең ентекле каталогын үҙ эсенә ала. Улар араһында ҡиммәтле, төҫлө һәм ҡара металдан, һөйәктән, быяланан һәм аҫыл таштарҙан, балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙең фоторәсемдәре бар.

Баҫмала шулай уҡ алтын, көмөш, бронза биҙәүестәрҙе, кейем-һалым деталдәрен, Иртә Византия һәм Алтын Урҙа дәүерендәге тәңкәләрҙе күрергә мөмкин.

Тиҙҙән Бст каналында Өфө-II ҡаласығы тураһында фильм тамашасыларға тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb