Өфө “Кино төнө” бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Өфө “Кино төнө” бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

29 августа йылдағыса “Кино төнө” бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Быйыл тамашасылар «Иван Царевич һәм һоро бүре 4» анимация фильмын, Жора Крыжовниковтың «Боҙ 2» спорт драмаһын һәм  Клим Шипенконың «Холоп» комедияһын ҡарай аласаҡ.

Өфөлә акция 3 майҙанда үтәсәк: Ағиҙел яры буйындағы амфитеатрҙа, М. Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркының “Өс шөрөп” автокинотеатрында һәм Республика Хәрби дан музейында.

Акция 20 сәғәттә башланасаҡ. Фильмдар күрһәтеү барышында коронавирусҡа ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb