“Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале- уникаль һәм сағыу сараларҙың береһе

“Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале- уникаль һәм сағыу сараларҙың береһе

Ағымдағы йылдың  29- 31 март көндәре  Өфө ҡалаһының  “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале асыла. Бөгөн ошо ҙур һәм мәртәбәле сара айҡанлы «Башинформ» мәғлүмәт агенлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин, “Ағиҙел” башҡорт художестволы кәсептәр дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева һәм Башҡорт күргәҙмә компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова сығыш яһаны.

“Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале Рәсәй һәм Башҡортостандың мәҙәниәт тормошонда күләмле һәм билдәле сараларҙың береһе. Ул- 3 көн дауамында барған ысын халыҡ сәнғәте байрамы”,-ти Алексей Карпухин.

Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, иң тәүге күргәҙмә 2014 йылда уҙғарылғайны, республиканың 18 районынан ҡул оҫталары ҡатнашҡайны. Ә 2015 йылда райондан килеүсе һөнәр эйәләренең һаны артҡан, фестивалдә 30 район йәлеп ителгән. Былтырғы күргәҙмәне барлығы 15000 кеше байҡаған. Быйыл фестиваль киңлектәре тағы ла артҡан, ҡатнашырға теләк бедлереүсе райондар һаны 43-кә еткән.

Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн дауамында барасаҡ. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Альбина Вил ҡыҙы әйтеүенсә, республикабыҙҙың 6 районы һәм 2 ҡалаһы һәр йылғы “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестиваленең әүҙем ҡатнашыусылары. Улар: балаҫ һуғыу оҫталары менән дан тотҡан Әлшәй, Ғафури, Нуриман, Хәйбулла, Яңауыл, Бөрө райондары һәм Сибай, Октбрьск ҡалалары.

“Беҙ, ысынында, уникаль, ҡабатланмаҫ  һәм сағыу сара уҙғарабыҙ. Республикала күп төрлө күргәҙмәләр уҙғарылып килә, әммә был фестивалдең концепцияһы башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырылып тора. Беҙ Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ халыҡ кәсептәрен бер майҙанда күрһәтә алабыҙ,-тине Альбина Килдеғолова.

Фестиваль халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, сувенир һәм бүләктәр эшләүҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола.

Сара халыҡтарҙың этник мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, халыҡ кәсептәре тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыу маҡсаттарын да үҙ эсенә ала. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары, кәсепселәр, сувенир етештереүселәр, рәссамдар, галеристар, профилле уҡыу йорттары ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмәгә сит илдең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусы вәкилдәр буласаҡ.

Йыл һайын күргәҙмәлә республикабыҙҙың бик күп  райондарынан һәм ҡалаларынан оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр ҡул эштәрен тәҡдим итә.

Күргәҙмә художестволы сүкеү, сәйлән үреү, селтәр бәйләү, кейеҙ баҫыу, халыҡ костюмы, мозаика, витраждар, быяланан, ағастан, металдан, таштан, тиренән яһалған художестволы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала.

Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаға әҙерлек сараһы ла.

 

Автор: Гүзәл Багаева, фото: Гүзәл Шәйбәкова.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb